Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПСАММОФИТТАР

Просмотров: 806

ПСАММОФИТТАР (гр. psámmos — ҡом һәм ...фит), ҡомда үҫеүгә яраҡлашҡан үҫемлектәр. Башҡортостанда ҡомло тереклек итеү урындары тигеҙлек йылғалары үҙәне буйлап, Ағиҙел һәм Ҡариҙел йй. түбәнге ағымдарында формалаша. Ташҡын осоронда ләм йыйылыу һөҙөмтәһендә ҡомлоҡ ҡапланып, үҫемлектәргә һауаның үтеп инеүе ауырлаша, шуға күрә П. кислород етешмәүҙән ҡотолоу өсөн өҫтәлмә тамырһабаҡ һәм тамырҙар барлыҡҡа килә. П. араһында күп йыллыҡ үҫемлектәр — үләндәр (ҡолонғойроҡайрығы, мурт арышбаш, ялтыр сый һ.б.), ш. иҫ. эндемиктар — Карелин астрагалы, Коржинский татлы тамыры, реликт — алтай етенүләне, индерелгән.

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: