Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПСИХРОФИТТАР

Просмотров: 900

ПСИХРОФИТТАР (гр. psychrós — һыуыҡ һәм ...фит), һыуыҡ урында тереклек итеүсе үҫемлектәр. Башҡортостанда башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының бореаль тайга зонаһында һәм тау тундраһында таралған. Тамыры һыуҙы насар үҙләштергәнгә, дым етерлек булғанда ла уға ҡытлыҡ кисерә. П. ксерофиттарҙың ҡайһы бер морфологик билдәләре — тар (өркә), күп йыллыҡ итләс (ҡыҙыл көртмәле) һәм төклө (һаҙанаҡ) япраҡтар, ҡалын тышлы, батынҡы ауыҙсаһы булған, ҡыш көнө ыҫмала тығын м‑н ҡапланған (ылыҫлылар) эпидермистар — булыуы ошоноң м‑н аңлатыла. П. ш. уҡ мезофиттарға хас һыҙаттары бар: эре күҙәнәк һәм япраҡтың көпшәк туҡымаһында күҙәнәк аралығы. П. араһында ағастар (аҡ шыршы, шыршы), ҡыуаҡлыҡтар (арктик тал, ҡара көртмәле), ваҡ ҡыуаҡлыҡтар (ҡыҙыл көртмәле, мүк еләге) һәм үләндәр (күрән, өркә) бар. Күп П. сфагнум һаҙлыҡтарында үҫә, сөнки торф йылыны яҡшы һаҡлай. Декоратив үҫемлектәр (енисей зыягөлө, шыршы һ.б.), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (ҡара көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, мүк еләге һ.б.), улар ш. уҡ медицинала ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына П. 40 һирәк төрө (ағуна үләне, һаҙ мунсағы, ваҡ мүк еләге һ.б.), ш. иҫ. эндемиктар (Крылов зыягөлө, урал лаготисы һ.б.), реликттар (арктик тал, Ледебур еҙүләне һ.б.), индерелгән. Урал нескәгөлө, ирәмәл алтын тамыры ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019