Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЙОШҺЕРКӘ

Просмотров: 696

ОЙОШҺЕРКӘ (Сephalanthera), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 14 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда оҙон япраҡлы О. һәм ҡыҙыл О. үҫә. Тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, бейеклеге 50—80 см. Япраҡтары эре, ҡыяҡ‑ланцет йәки киң ланцет. Сәскәләре эре, ҡыңғырау формаһында, аҡ йәки алһыу төҫтә. Сәскәлеге — һирәк башаҡ. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, авг.—сент. башында өлгөрә. Реликт оҙон япраҡлы О. — Башҡортостандың Урал алдының япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарында, ҡыҙыл О. Башҡортостандың Урал ал‑ дында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һирәк ылыҫлы һәм киң япраҡлы урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Декоратив үҫемлектәр. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

И.В.Һөйөндөков

Тәрж. Г.А.Миһранова 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019