Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫБАР СӘСКӘ

Просмотров: 808

СЫБАР СӘСКӘ (Fritillaria), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 80 төрө билдәле, башлыса төньяҡ уртаса зонала таралған. Башҡортостанда рус С.с. һәм сатраш С.с. үҫә. Күп йыллыҡ һуғанбаш үҫемлектәр. Һабаҡтары төҙ, ябай, аҫҡы өлөшөндә япраҡһыҙ, бейеклеге 50–60 см тиклем. Япраšтары сиратлы, ҡыяҡлы, рус С.с. өҫкө япрағы еп һымаš, спираль рәүешле уралған, аҫҡыһы – суҡлы йәки ҡапма‑ҡаршы. Сәскәлºре һалынҡы, тоноҡ сатраш һүрәте бар, сатраш С.с. сәскәһе яңғыҙар, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, эс яғы һарғылт, рус С.с. – һабаҡ осондағы һирәк тәлгәштә 1–5‑әр, көрәнһыу миләүшә төҫөндә. Сәскә эргәлеге 6 сегменттан тора, ҡыңғырауһымаҡ. Апр.– майҙа сәскә ата. Емеше – ҡумта, июндә өлгөрә. Рус С.с. – респ. үҙәк һәм көньяҡ райондарында болонло далаларҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында, битләүҙәрҙә, урман ситтәре буйлап, сатраш С.с. дала һәм урман‑дала райондарында татырлы болондарҙа һәм татырлыҡта үҫә. Декоратив үҫемлектәр. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгәндәр, рус С.с. ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына ингән.

Л.Ә.Төхвәтуллина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019