Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРҘАМСЫ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ

Просмотров: 494

ЯРҘАМСЫ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, пр‑тиеның, ойошманың, учреждениеның а.х. продукцияһын етештереүҙе арттырыу, хеҙмәт коллективтары ағзаларының өҫтәлмә аҙыҡ‑түлеккә ихтыяжын тәьмин итеү (ашханаларҙы, балалар баҡсаларын, лагерҙарҙы, ял базаларын тәьмин итеү, хеҙм‑рҙәргә һатыу) маҡсатында булдырылған һәм юридик шәхес хоҡуғы булған йәки булмаған бүлексәһе. Я.а.х. пр‑тие һәм ойошмаларҙың төп эшмәкәрлеген тулыландыра, ҡалдыҡтарҙы, өҫтәмә ресурстарҙы (сусҡаларҙы һимертеү өсөн аҙыҡ‑түлек ҡалдыҡтары, йәшелсәләрҙе теплицаларҙа үҫтереү өсөн таралыусы йылылыҡ һ.б.) файҙаланырға мөмкинлек бирә. Тәүге Я.а.х. Б.В. һуғышы йылдарында барлыҡҡа килә, 20 б. 70—80‑се йй. киң таралыу ала. Я.а.х. ойоштороу тәртибе 1982 й. 2 сент. СССР МС‑ы ҡарары м‑н булдырыла. Я.а.х. структураһын пр‑тиеның,ойошманың,учреждениеның етәксеһе хужалыҡтың махсуслашыуынан, хеҙмәтте ойоштороу формаларынан һәм етештереүҙең башҡа шарттарынан сығып билдәләй. Я.а.х. производство‑хужалыҡ планына ярашлы, хужалыҡ иҫәбе принциптарында (уға пр‑тие, ойошма, учреждение тарафынан бирелгән хоҡуҡтар сиктәрендә) эш итә. Башҡортостанда 90‑сы йй. башында 100‑гә яҡын Я.а.х.; 2009 й. 28 муниц. районда — 62 Я.а.х. (дөйөм ер майҙаны 83845 га, ш. иҫ. ауыл хужалығы ерҙәре — 70762 га, шуларҙан һөрөнтө ерҙәр — 40312 га), ш. иҫ. Баймаҡ р‑нында — 11, Туймазы р‑нында — 6, Балаҡатай р‑нында — 4, Күгәрсен р‑нында 4 Я.а.х. иҫәпләнә. Иң ҙур Я.а.х.: “Агросервис” (Фёдоровка р‑ны), “Агротех” (Иглин р‑ны), “Агротранссервис” (Балтас р‑ны), «“Аллағыуат” агрофирмаһы» (Стәрлетамаҡ р‑ны), “Дувангаз” (Балаҡатай р‑ны), “Дүртөйлө иген продукттары комбинаты” (Дүртөйлө р‑ны), «“Мир” агрохужалығы» (Благовещен р‑ны), “Уңыш” (Баҡалы р‑ны) ЯСЙ‑лары, “Сурай” АХПК‑һы (Мишкә р‑ны).

Р.Р.Нуриәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: