Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРМӘҪ ӘШӘЛСӘ

Просмотров: 719

ҮРМӘҪ ӘШӘЛСӘ (Spiranthes), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда күркәм Ү.ә. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы һәм бүлбегә оҡшаш тамырлы күп йыллыҡ, ҡышын йәшел үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 15—35 см. Япрағы тар, ланцет. Сәскәләре ваҡ, сағыу ал төҫтә, сәскә эргәлегенең япраҡсалары ҡыңғырау рәүешендә, тышҡылары — оҙонса, 3 тамырсыҡлы, эскеләре — ҡыяҡлы, 1 тамырсыҡлы. Ирене овал, оҙонайған ҡыуыш үсентеһе юҡ, өҫкө өлөшө бер аҙ билтәк, алғы яғының өҫтө ваҡ имсәле. Поллинийҙары — 2, суҡмар формаһында, ике айырсалы; емшәне ултырма, биҙле төктәр м‑н ҡапланған, сәскә эргәлеге уға табан тура мөйөш яһап боролған. Сәскәлеге — бер яҡлы уралған башаҡ. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — ҡумта, авг.— сент. өлгөрә. Әбйәлил (Атауҙы күле эргәләре) һәм Дыуан (Озерский һаҙлығы) р‑ндарында дымлы йылға һәм күл яны болондарында, торф һаҙлыҡтарында үҫә. Декоратив үҫемлек. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019