Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛШӘЙ РАЙОНЫ

Просмотров: 2176

ӘЛШӘЙ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Дәүләкән, көнсығышта — Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ, көньяҡта — Миәкә, көнбайышта Бишбүләк һәм Бәләбәй р‑ндары м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. ойошторола (ҡара: Административ район). Майҙаны — 2415 км2. Адм. үҙәге — Раевка а., Өфөнән көньяҡ‑көнбайышҡа табан 125 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 69,5; 1959 — 62,2; 1989 — 46,7; 2002 — 48,4; 2010 — 43,7; 2017 — 39,4. Милли составы (2010): башҡорттар — 37,0%, татарҙар — 33,7%, урыҫтар — 22,0%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 19,2 кеше/км2. Районда 20 ауыл советы, 104 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Раевка (19,5 мең кеше), Шафран (2,6 мең), Аксёнов (1,3 мең) ауылдары.

Рельефы уба һәм тигеҙлектәрҙән тора. Райондың көньяҡ өлөшө Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттарына барып тоташа, көньяҡ‑көнбайыш өлөшө Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығында, көн­сығыш өлөшө Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә урынлашҡан. Район терр‑яһының көнбайыш өлөшө Татар көмбәҙе һәм уның ситке зонаһы, көнсығыш өлөшө Көнсығыш Европа платформаһының Абдулла депрессияһы сиктәрендә ята. Ә.р. терр‑яһында эзбизташ (Шафран, Әүрез), кирбес‑черепица сеймалы: ҡомло балсыҡ (Гәйнәямаҡ, Ҡармыш), ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы (Һарыш), ҡом (Иҫке Сәпәш), нефть ятҡылыҡтары (Балҡан, Раевка, Әлшәй) бар. Климаты континенталь, йылы, ҡоро. Уртаса йыллыҡ т‑ра 2,7°С, ғин. уртаса т‑ра ‑15°С, июлдә — 19,7°С. Абс. макс. т‑ра 40°С, абс. миним. т‑ра ‑46°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 390 мм, йылы осорҙа 280 мм. Гидрографик селтәрҙе Ҡорһаҡ, Төйлән, Әүрез ҡушылдыҡтары м‑н Дим й.; Ҡыҙыл, Таҡйылға һ.б. ҡушылдыҡтары м‑н Өршәк й. барлыҡ­ҡа килтерә. Типик карбонатлы, йыуылған ҡара тупраҡ, Дим й. үҙәнендә туғай тупрағы өҫтөнлөк итә. Киң япраҡлы һәм ылыҫлы урмандар таралған. Терр‑яһының 16%‑ын урман ҡаплаған. Ландшафы далаларҙан ғибәрәт, антропоген. Ерҙәренең күпселек өлөшө һөрөлгән, һыу‑ел эрозияһына дусар ителгән. Дим й. үҙәнен һыубаҫар туғай болондары биләй. Хайуан­дар донъяһы дала һәм урман‑дала төрҙәренән тора. Ә.р. ҡарағас культуралары, Балғажы а. ҡаршыһындағы дала участкаһы, Ташлы һаҙлығы, Сатыртау һәм Сусаҡтау ҡалдыҡ тауҙары, Максимовский төбәге, Шафран урмансылығындағы дарыу үҫемлектәре популяцияһы — тәбиғәт ҡомартҡылары.

2017 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 185 мең га (дөйөм майҙандың 77%‑ы) тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 107,0, сабынлыҡтар — 23, көтөүлектәр — 55; урмандар майҙаны — 39,5, ер өҫтө һыуҙары — 1,5. Район Урал алды дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [16 ЯСЙ, АХПК, 90 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йылҡысылыҡ, сусҡасылыҡ (“Әлшәй сусҡа комплексы” ЯАЙ, Торонтайыш а.), умарта­сылыҡ, һарыҡсылыҡ үҫешкән. Районда Раевка элеваторы һәм Аксёнов элеваторы бар. Нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү эшен “Башнефть” ААЙ‑ның “Башнефть—Добыча” ЯСЙ алып бара. “Әлшәй урманы”, “Альшеевское сельэнерго” ЯСЙ‑лары, Шафран сәнғәт әйберҙәре кәсебе ф‑каһы (“Ағиҙел” ДУП‑ы филиалы), “Чехов” ААЙ (минераль һыу производствоһы), Раевка шәкәр заводы, «“Әлшәй‑ит” Раевка ит комбинаты» ЯСЙ, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Абдулла—Өфө участкаһы), Шишмә— Аксёнов—Ҡырғыҙ‑Миәкә, Стәрлетамаҡ—Раевка, Аксёнов—Аксаков автомобиль юлдары үтә. Көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда Аксёнов ауыл хужалығы техникумы, СПТУ, 22 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 14‑е урта мәктәп, ш. иҫ. Никифар урта мәктәбе һәм Раевка башҡорт лицейы, 17 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар сәнғәт мәктәбе, ат спорты мәктәбе, ДЮСШ, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто; үҙәк район дауаханаһы, 6 амбулатория, 39 фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, “Шафран” шифаханаһы; 71 мәҙәниәт йорто, ш. иҫ. 41 клуб учреждениеһы, 29 китапхана бар. 10 халыҡ һәм 4 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Альшеевские вести” гәз. нәшер ителә.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Карта района

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019