Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРХАНГЕЛ РАЙОНЫ

Просмотров: 1673

АРХАНГЕЛ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡ-көнсығышта — Силәбе өлк., көнсығышта — Белорет, көньяҡта — Ғафури, көнбайышта — Ҡырмыҫҡалы, төньяҡ-көнбайышта Иглин р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Өфө кантоны улустары инә. 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Ҡырмыҫҡалы р‑ны составына индерелә. 1965 й. 4 нояб. яңынан ойошторола. Майҙаны — 2422 км2. Адм. үҙәге — Архангел а., Өфөнән көньяҡ-көнсығышҡа 88 км һәм Приуралье т. юл ст. көньяҡҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 41,3; 1959 — 33,9; 1989 — 20,6; 2002 — 20,2; 2010 — 18,5. Милли составы (2002): башҡорттар — 46,0%, урыҫтар 38,2%, татарҙар 9,2%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 8 кеше/км2. Районда 12 ауыл советы, 71 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Архангел (5,8 мең кеше), Абҙан (0,9 мең), Максим Горький (0,8 мең) ауылдары.

Рельефы убалы-тәпәш таулы, райондың көнбайыш өлөшө тау алды тигеҙлегенән тора, көнсығыш өлөшө Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш һырттарына инә. Райондың көнбайыш өлөшө — Урал алды бөгөлө сиктәрендә, көнсығышы Башҡорт мегантиклинорийының тышҡы йыйырсыҡлы зонаһында урынлашҡан. Районда ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы (Ғәйфулла), балсыҡ һәм кирбесле ҡомло балсыҡ (Аҙау), кирбес сеймалы (Аҙау), төҙөлөш ташы (Калиновка), нефть ятҡылыҡтары (Архангел, Карташевка, Малышевка, Ырныҡшы), ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтары (Еҙем, Инйәр) бар. Климаты континенталь, йылы, дымлы, тигеҙлек өлөшө йылы, бер аҙ ҡоро булыуы, таулы өлөшө һыуығыраҡ климаты һәм яуым-төшөмдөң күплеге м‑н айырылып тора. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2˚С, ғин. уртаса т‑ра –16˚С, июлдә 18˚С. Абс. макс. т‑ра 39˚С, абс. миним. –51˚С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 600—700 мм. Гидрографик селтәрҙе Еҙем ҡушылдығы м‑н Ағиҙел й., Инйәр, Ҡорт, Ләмәҙ ҡушылдыҡтары м‑н Эҫем й. һ.б. барлыҡҡа килтерә. Тигеҙлек өлөшөндә аҡһыл һоро урман тупрағы, көлһыуланған ҡара тупраҡ таралған, таулы өлөшөндә — аҡһыл һоро тау тупрағы. Ҡайын һәм уҫаҡ ҡатыш имән, саған, йүкәнән торған киң япраҡлы урмандар үҫә, терр‑яның 15,8%‑ын, таулы өлөшөндә 70%‑ҡа тиклем урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора. Асы шарлауығы, Клюквенный һаҙлығы — тәбиғәт ҡомартҡылары. Архангел заказнигы ойошторолған.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 61,7 мең га (дөйөм майҙандың 25,4%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр 16,1, сабынлыҡтар 28,6, көтөүлектәр 16,9; урмандар майҙаны — 171,3, ер өҫтө һыуҙары 2,0. Район төньяҡ урман-дала зонаһына һәм тау-урман зонаһына инә. Районда 8 ЯСЙ, 24 крәҫтиән (фермер) хужалығы бар; тигеҙлек өлөшөндә яҙғы бойҙай үҫтерәләр, йылҡысылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән, таулы өлөшөндә ужым арышы һәм һоло үҫтереүгә, һөт-ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслашалар. Районда Архангел урман хужалығы, “Промтара” ЯСЙ, “Новинка” ДУП, “Водник” МУП, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы эшләй. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Ҡарлыман—Белорет участкаһы), Өфө—Инйәр—Белорет, Архангел—Красноусол автомобиль юлдары үтә. А.р. үҙәк иҡтисади төбәккә инә.

Районда ПУ, 33 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 14‑е урта мәктәп (ш. иҫ. Архангел урта мәктәбе №1), мәктәп-ара уҡытыу комб‑ты, 13 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар ижады йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ; үҙәк район дауаханаһы, 39 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; 31 клуб учреждениеһы, 23 китапхана бар. 5 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Архангельский вестник”, “Инйәр” гәз. сыға.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019