Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУЫРҒАЗЫ РАЙОНЫ

Просмотров: 1708

АУЫРҒАЗЫ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Ҡырмыҫҡалы, көнсығышта — Ғафури, көньяҡта — Стәрлетамаҡ, көнбайышта Әлшәй һәм Дәүләкән р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Яңы Ҡарамалы р‑ны булараҡ ойошторола, составына Стәрлетамаҡ кантоны улустары инә, 1932 й. 20 февр. Алып хәҙ. исемен йөрөтә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Стәрлетамаҡ һәм Ҡырмыҫҡалы р‑ндары составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола. Майҙаны — 2014 км2. Адм. үҙәге — Талбазы а., Өфөнән көньяҡҡа 80 км һәм Аҡкүл т. юл ст. көнбайышҡа табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 54,1; 1959 — 51,9; 1989 — 39,0; 2002 — 39,0; 2010 — 36,9. Милли составы (2002): татарҙар — 43,3%, сыуаштар — 30,1%, башҡорттар — 17,3%, урыҫтар — 5,8%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 18,5 кеше/км2. Районда 24 ауыл советы, 136 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Талбазы (10,1 мең кеше), Бишҡайын (1,2 мең), Ишле (0,8 мең) ауылдары.

Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан; карст үҫешкән. А.р. Көнсығыш Европа платформаһының көньяҡ-көнсығыш битләүенең күмелгән зона сиктәрендә ята. Районда гипс (Түбәнге Ләкәнде), силикат ҡомо (Саханов), балсыҡ һәм кирбесле ҡомло балсыҡ (Дарьино, Саханов, Талбазы һ.б.), нефть ятҡылыҡтары (Добровольный, Өршәк, Талбазы һ.б.) бар. Климаты континенталь, уртаса дымлы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2,5°С, ғин. уртаса т‑ра −16°С, июлдә 19°С. Абс. макс. т‑ра 40°С, абс. миним. −48°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 500 мм, йылы осорҙа 350 мм. Гидрографик селтәрҙе Өршәк, Күҙйылға һ.б. йылғалар барлыҡҡа килтерә. Һоро урман тупрағы, типик һәм көлһыуланған ҡара тупраҡ таралған. Имән, имән-ҡайын, йүкә һәм уҫаҡ урмандары район майҙанының 18%‑ын биләй, улар ҡалҡыулыҡтарҙа утрау формаһында урынлашҡан. Терр‑яның 27,3%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы дала һәм урман төрҙәренән тора. Ҡорманай мәмерйәһе, Өшкәтле йырыны — тәбиғәт ҡомартҡылары.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 147,7 мең га (дөйөм майҙандың 73,3%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 91,6, сабынлыҡтар — 13,2, көтөүлектәр — 24,8; урмандар майҙаны — 36,4, ер өҫтө һыуҙары — 1,2. Район көньяҡ урмандала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [10 АХПК, 8 ЯСЙ, 66 крәҫтиән (фермер) хужалығы] бойҙай, ҡарабойҙай, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә, һөт-ит йүнәлешле һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ үрсетеүгә махсуслаша. Районда урман хужалығы, “Ишимбайнефть” һәм “Уфанефть” НГДУ‑лары, “Ажемак” ЯСЙ‑ның кирбес з‑ды (йөҙләү кирбесе етештереү), асфальт-бетон ҡатышмаһы етештереү заводы, “АургазыМолпродукт” ААЙ, икмәк комб‑ты, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы, ПМК һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Дим — Төйлөгән участкаһы), Өфө—Ырымбур, Дәүләкән—Талбазы автомобиль юлдары үтә. А.р. көньяҡ иҡтисади райондар төркөмөнә инә.

Районда ПУ, Талбазы лицейы, башҡ. гимназияһы, 42 дөйөм белеем биреү мәктәбе, шуларҙың 23‑ө урта мәктәп (ш. иҫ. Бишҡайын урта мәктәбе, Терәпә урта мәктәбе), балалар йорто, 34 мәктәпкәсә дөйөм белем биреү учреждениеһы, муз. мәктәбе, ДЮСШ; үҙәк район һәм ауыл участка дауаханалары, 5 ауыл амбулаторияһы, 41 фельдшер-акушерлыҡ пункты; 46 клуб учреждениеһы, Ауырғазы халыҡ театры, 35 китапхана, Ауырғазы музейы бар. 8 халыҡ һәм 1 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Путь Родины” гәз. сыға.

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019