Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛОВ Фёдор Иванович

Просмотров: 1085

БЕЛОВ Фёдор Иванович (20.2.1920, АСБР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Түбәнге Әүжән‑Петровск Заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Түбәнге Әүжән а., — 27.5.1979, Сибай ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге ике йыллыҡ Өлкә партия мәктәбен тамамлаған (Өфө, 1948). 1942 й. июленән Волхов, Воронеж, Ялан, 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 214‑се Кременчуг-Александрия уҡсылар дивизияһы 683‑сө артиллерия полкының орудие ком. өлкән сержант Б. 1945 й. 26 ғин. Олау ҡ. (Германия) янында Одер й. аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды һаҡлап алып ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. демобилизациялана. 1948 й. алып Көньяҡ Урал т. юлы Ҡарталы бүлексәһе Магнитогорск—Сибай участкаһының сәйәси бүлек б‑са нач. урынбаҫары, Башҡ‑н баҡыр- көкөрт комбинатының (Сибай) граждандар оборонаһы нач., мастеры. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Сибайҙағы урамға Б. исеме бирелгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина 


 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019