Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙМАҠ РАЙОНЫ

Просмотров: 2078

БАЙМАҠ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта — Бөрйән, Әбйәлил р‑ндары, көнсығышта — Силәбе, Ырымбур өлк., көньяҡта һәм көнбайышта Хәйбулла, Йылайыр р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Баймаҡ-Таналыҡ р‑ны булараҡ ойошторола, составына Йылайыр кантоны улустары инә, 1933 й. 20 сент. алып хәҙерге исемен йөрөтә (ҡара: Административ район). 1956 й. Б.р. Матрай районы терр‑яһының бер өлөшө күсә. Майҙаны — 5432 км2. Адм. үҙәге — Баймаҡ ҡ., Өфөнән көньяҡ-көнсығышҡа 489 км һәм Сибай т. юл ст. көньяҡ-көнбайышҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 58,4; 1959 — 53,3; 1989 — 42,8; 2002 — 44,2; 2010 — 40,8. Милли составы (2002): башҡорттар — 87,7%; урыҫтар — 8,4%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 7,9 кеше/ км2. Районда 22 ауыл советы, 92 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Темәс (3,5 мең кеше), Иҫке Сибай (2,7 мең), Урғаҙа (2,2 мең) ауылдары.

Райондың төньяҡ-көнбайыш өлөшө Уралтау һыртының түбәнәйгән һәм тигеҙләнгән ерендә урынлашҡан. Үҙәк өлөшө меридиональ йүнәлештә Ирәндек һырты м‑н киҫелгән. Рельефы ваҡ сусаҡлы, көнсығыш өлөшө Урал аръяғы теҙмә убалы тигеҙлегендә ята. Район Магнитогорск мегасинклинорийы һәм Уралтау зонаһы сиктәрендә урынлашҡан. Районда эзбизташ (Төйәләҫ), балсыҡ һәм кирбесле ҡомло балсыҡ (Баймаҡ I, Сибай, Төйәләҫ һ.б.), төҙөлөш һәм йөҙләү таштары (Көньяҡ Япраҡтин, Йәнйегет) ятҡылыҡтары бар.

Б.р. терр‑яһы материктың Азия өлөшөнөң континенталь һауа массалары йоғонтоһон кисерә. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 1,4°С, ғин. уртаса т‑ра —15,9°С, июлдә 18,1°С. Абс. макс. т‑ра 39°С, абс. миним. —42°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 350 мм, йылы осорҙа 250—300 мм. Гидрографик селтәрҙе ҡушылдыҡтары м‑н Һаҡмар, Таналыҡ, Оло Урғаҙа йй.; Талҡаҫ һәм Күлтабан күлдәре барлыҡҡа килтерә. Йыуылған һәм ябай ҡара тупраҡ, йоҡа ҡатламлы ташлы һәм эрозиялы тупраҡ таралған. Ландшафтар антропоген факторҙар тәьҫире арҡаһында үҙгәргән, ҙур майҙандар далаға әйләнгән. Ҡарағас ҡатыш ҡарағай-ҡайын-уҫаҡ һәм ҡайын урмандары таралған. Терр‑яның 27%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы дала һәм урман төрҙәренән тора. Ғәҙелша, Ирәндек һыртындағы оҫҡон йыуаһы популяцияһы — тәбиғәт ҡомартҡылары.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 335,0 мең га (дөйөм майҙандың 61,7%‑ы, БР‑ҙа 1‑се урын) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 139,0, сабынлыҡтар — 60,0, көтөүлектәр — 136,0 (БР‑ҙа 1‑се урын); урмандар майҙаны — 162,6, ер өҫтө һыуҙары — 2,6. Район Урал аръяғы дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [19 АХПК, ш. иҫ. 10 колхоз, 4 совхоз, 3 КХА; 63 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә, һарыҡсылыҡҡа махсуслаша. БР‑ҙа етештерелгән көслө һәм ҡаты сортлы бойҙай орлоғоноң күпселеге район өлөшөнә тура килә. Районда Баймаҡ тәжрибә-производство хужалығы, Темәс урман сәнәғәте хужалығы урынлашҡан. Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты, “Артылыш” ЯСЙ, “Түбә металл изделиелары” ААЙ, Темәс кирбес з‑ды, ҡатнаш аҙыҡ з‑ды, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы, 2 РТП, ПМК эшләй. Район терр‑яһынан Магнитогорск (Силәбе өлк.)—Ира, Сермән—Амангилде—Баймаҡ автомобиль юлдары үтә. Б.р. Урал иҡтисади төбәгенә инә.

Районда Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы, Компьютер лицей-интернаты, 76 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 30‑ы урта мәктәп (ш. иҫ. Беренсе Этҡол урта мәктәбе, Темәс урта мәктәбе, Түбә урта мәктәбе), 59 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар йорто, Балалар ижады үҙәге, йәш техниктар станцияһы, йәш натуралистар станцияһы, муз. мәктәбе, ДЮСШ; үҙәк район һәм 8 ауыл участка дауаханаһы, 2 ауыл амбулаторияһы, 64 фельдшер-акушерлыҡ пункты, “Талҡаҫ” ял йорто; 78 клуб учреждениеһы, 41 китапхана, Сөләймәнов Ғ. музейы, Темәс тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Сиҙәм музейы бар. 15 халыҡ һәм 4 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Баймакский вестник”, “Һаҡмар” гәз. сыға.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: