Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҠАЛЫ РАЙОНЫ

Просмотров: 1682

БАҠАЛЫ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡ‑көнсығышта — Илеш, көнсығышта — Саҡмағош, көньяҡта Шаран р‑ндары, көнбайышта ТР м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бәләбәй кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Туймазы р‑ны составына индерелә. 1964 й. 3 мартында яңынан ойошторола. Майҙаны — 1951 км2. Адм. үҙәге — Баҡалы а., Өфөнән төньяҡ‑көнбайышҡа 175 км һәм Туймазы т. юл ст. төньяҡҡа табан 75 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 59,9; 1959 — 47,0; 1989 — 32,3; 2002 — 32,3; 2010 — 28,7. Милли составы (2002): татарҙар — 51,7% (ш. иҫ. керәшендәр — 13,3%), урыҫтар — 21,3%, башҡорттар — 19,4%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 16,4 кеше/км2. Районда 17 ауыл советы, 96 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Баҡалы (9,5 мең кеше), Иҫке Ҡорос (1,5 мең), Иҫке Маты (0,9 мең) ауылдары.

Район терр‑яһы Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, рельефы арҡа һәм убаларҙан ғибәрәт. Б.р. Татар көмбәҙе сиктәрендә ята. Ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы (Һөйөндөк), кирбес етештереүҙә ҡулланылған балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ (Баҡалы, Ҡатай), нефть ятҡылыҡтары (Ҡалай, Мостафин) асылған. Климаты континенталь, уртаса дымлы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 4,5°С, ғин. уртаса т‑ра — -20°С, июлдә — 25°С. Абс. макс. т‑ра — 35°С, абс. миним. — -34,5°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 563 мм, йылы осорҙа — 300—390 мм. Гидрографик селтәрҙе Сөн, Ыҡ йй. һәм уларҙың ҡушылдыҡтары барлыҡҡа килтерә. Ҡараһыу һоро һәм һоро урман тупрағы таралған, йыуылған ҡара тупраҡ осрай. Урмандар район терр‑яһының 30%‑ын биләй; һыу айырғыстарҙың ҡалҡыу өлөшөнә — киң япраҡлы ҡатнаш урмандар, түбән өлөшөнә имән, ҡайын‑имән, ҡайын‑уҫаҡ урмандары хас. Хайуандар донъяһы урман‑дала төрҙәренән тора. Маты й. тамағындағы ҡарағайлыҡ, Баҡалы урман хужалығында ултыртылған ҡарт ылыҫлы ағас төрҙәре — тәбиғәт ҡомартҡылары.

2018 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 121,8 мең га (дөйөм майҙандың 62,4%‑ы) тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 77,2, сабынлыҡтар — 9,3, көтөүлектәр — 35,3; урмандар майҙаны — 64,0, ер өҫтө һыуҙары — 1,1. Район көньяҡ урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [7 АХПК, 14 ЯСЙ, ААЙ, 60 крәҫтиән (фермер) хужалығы], 11 шәхси ярҙамсы хужалыҡ иген культуралары, картуф, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы, сусҡа үрсетеүгә махсуслаша. Асфальт‑бетон з‑ды, Баҡалы урман комб‑ты, “Коммунхоз” МУП‑ы, “Бакалыводстрой”, “Бакалымолоко” ААЙ һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Кушнаренко—Саҡмағош—Баҡалы, Бәләбәй—Николаевка—Туймазы—Баҡалы автомобиль юлдары үтә. Б.р. көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда 78‑се һөнәрселек лицейы, 24 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 16‑һы урта мәктәп, ш. иҫ. Баҡалы урта мәктәбе №1, Иҫке Ҡорос урта мәктәбе, 3 мәктәпкәсә балалар учреждениеһы, 22 мәктәпкәсә белем биреү төркөмө, Балалар ижады йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ; үҙәк район дауаханаһы, 2 ауыл амбулаторияһы, 43 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; Мәҙәниәт йорто, 23 ауыл мәҙәниәт йорто, 14 ауыл клубы, 29 китапхана, музей; ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры (Буғабаш а.); 31 спортзал, “Дельфин” бассейны, стадион, “Биатлон” спорт комплексы, “Олимп” физкультура‑һауыҡтырыу комплексы (Баҡалы) бар. Респ. керәшендәр милли‑мәҙәни үҙәге, Талантлы йәштәргә булышлыҡ итеү фонды эшләй. 2 өлгөлө һәм 5 халыҡ үҙешмәкәр сәнғәт коллективы бар. “Бакалинские зори” гәз. нәшер ителә.

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019