Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАКЛАНОВ Пётр Яковлевич

Просмотров: 718

БАКЛАНОВ Пётр Яковлевич (5.7.1946, БАССР‑ҙың Фёдоровка районы Георгиевка а.), иҡтисади географ, иҡтисадсы. РФА академигы (2003), география фәндәре докторы (1987), профессор (1990). РФ‑тың атҡаҙанған географы (2021). МДУ‑ның география (1971) һәм иҡтисад (1972) факультеттарын тамамлаған. 1965—66 йй. Салауат нефтехимия комбинатында эшләй. 1973—87 йй. РФА Алыҫ Көнсығыш бүлегенең Тымыҡ океан география институты ғилми хеҙмәткәре, сектор мөдире, лаборатория мөдире, фән буйынса директор урынбаҫары, 1991 й. алып директор, 2016 й. — ғилми етәксе, бер үк ваҡытта Алыҫ Көнсығыш федераль университетында (Владивосток ҡ.) география һәм геосистемаларҙың тотороҡло үҫеше кафедраһы мөдире; 1987—91 йй. СССР ФА Алыҫ Көнсығыш ғилми үҙәгенең Иҡтисади тикшеренеүҙәр институты (Хабаровск ҡ.) директоры. 2010 й. башлап Рус география йәмғиәте вице‑президенты. 2013—16 йй. РФ Алыҫ Көнсығышты үҫтереү министрлығының йәмәғәт советы рәйесе. Фәнни эшмәкәрлеге производствоның арауыҡ системалары, хужалыҡтың территориаль структуралары теорияһын эшләү, диңгеҙ буйындағы сиккә яҡын төбәктәрҙә барлыҡҡа килгән контактлы географик структураларҙы айырыу менән бәйле. Б. территорияның тәбиғи-ресурс потенциалын һәм динамикаһын баһалау ысулдарын һәм Алыҫ Көнсығыштың ҡайһы бер райондарының тотороҡло үҫеш стратегияһын эшләй. РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000).Почёт ордены (2007), 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордены миҙалы (1997) менән бүләкләнгән.

  Хеҙм.: Пространственные системы производства (микроструктурный уровень анализа и управления). М., 1986; Дальневосточный регион России. Проблемы и предпосылки устойчивого развития. Владивосток, 2001; Территориальные структуры хозяйства в региональном управлении. М., 2007.

А.В.Псәнчин

Тәрж. З.Б.Латипова

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022