Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘЛӘБӘЙ РАЙОНЫ

Просмотров: 1718

БӘЛӘБӘЙ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Туймазы һәм Бүздәк р‑ндары, төньяҡ-көнсығышта — Дәүләкән, көнсығышта һәм көньяҡ-көнсығышта — Әлшәй, көньяҡта — Бишбүләк, көнбайышта Йәрмәкәй р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бәләбәй кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1963—65 йй. райондарҙы эреләтеүгә бәйле Б.р. составына Йәрмәкәй һәм Бишбүләк р‑ндары терр‑яһы ҡушыла. Майҙаны — 1859 км2. Адм. үҙәге — Бәләбәй ҡ., Өфөнән көньяҡ-көнбайышҡа 180 км һәм Аксаков т. юл ст. төньяҡҡа табан 10 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 74,1; 1959 — 35,7; 1989 — 16,6; 2002 — 17,4; 2010 — 20,8. Милли составы (2002): урыҫтар — 39,1%, сыуаштар — 21,0%, татарҙар — 19,0%, башҡорттар — 13,3%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 9 кеше/км2. Районда, 15 ауыл советы, 1 ҡала  тибындағы ҡасаба (Приют), 88 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Аксаков (3,2 мең кеше), Знаменка (1,9 мең), Баженов (0,5 мең), М. Горький ис. тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы (0,9 мең) ауылдары.

Район Бөгөлмәәләбәй ҡалҡыулығының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Рельефы яйла һымаҡ, киртләсле, йырын-һыҙалар селтәре м‑н йырғыланған. Б.р. Татар көмбәҙе сиктәрендә һәм уның ситке зонаһында ята. Эзбизташ(Красная Зарница), ҡом-ҡырсынташ ҡатышмаһы (Туҙлыҡыуыш), төҙөлөш ҡомо (Алексеевка, Песмән, Сысоевка), балсыҡһәм кирбесле ҡомло балсыҡ (Бәләбәй I) ятҡылыҡтары, нефть ятҡылыҡтары (Бәләбәй, Илкин, Өҫән-Ивановка һ.б.), ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтары (Бәләбәй, Мартынов, Һыуыҡкүл, Шкапов) асылған. Климаты континенталь, уртаса дымлы. Уртаса йыллыҡ т‑ра — 2,1°С, ғин. уртаса т‑ра — -15°С, июлдә — 19°С. Абс. макс. т‑ра — 38°С, абс. миним. т‑ра — -47°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 450—550 мм, йылы осорҙа — 350 мм. Гидрографик селтәрҙе Рә (Ыҡ й. ҡушылдығы), Өҫән йй.һәм уларҙың ҡушылдыҡтары барлыҡҡа килтерә. Һоро һәм ҡараһыу һоро урман тупрағы, йыуылған, типик карбонатлы һәм типик ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Киң япраҡлы урмандар төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һәм район майҙанының 35%‑ынбиләй. Хайуандар донъяһы дала төрҙәренән тора. Өҫән-Ивановка урман хужалығындағы ҡарағас, ҡарағай культуралары, Бәләбәй урман хужалығындағы тәбиғи ҡарағайлыҡтар, Мичурин шыршыһы һәм элек ултыртылған ҡарағастар — тәбиғәт ҡомартҡылары. Бәләбәй урман хужалығында яҙғы умырзаяныһаҡлау б‑са заказник, Өҫән-Ивановка заказнигы һәм Бунин урманы заказнигы ойошторолған. Б.р. терр‑яһына Асылыкүл тәбиғи паркының бер өлөшө инә.

2018 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 109,2 мең га (дөйөм майҙандың 58,5%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 63,4, сабынлыҡтар —5,1, көтөүлектәр — 39,9; урмандар майҙаны — 66, ер өҫтө һыуҙары — 0,3. Район Урал алды дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [АХПК, 2 ААЙ, 9 ЯСЙ, 126 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары үҫтереүгә, малсылыҡҡа махсуслаша. Сусҡасылыҡҡошсолоҡ үҫешкән, элеватор бар. “Башнефть—Добыча” ААЙ нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү, “Газпром трансгаз Уфа” ЯСЙ тәбиғи газ ташыу м‑н шөғөлләнә. “Шкапов газ эшкәртеү предприятиеһы” ЯСЙ, юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Абдулла—Өфө участкаһы), Бәләбәй—Йәрмәкәй—Приют, Бәләбәй—Николаевка—Туймазы—Баҡалы, Аксёнов—Аксаков автомобиль юлдары үтә. Б.р. көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда 26 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 20‑һе урта мәктәп, ш. иҫ. Ыҫлаҡбаш урта мәктәбе, 21 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 2 өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы, 2 сәнғәт мәктәбе, 2 балалар ижады үҙәге; үҙәк дауахана, ауыл амбулаторияһы, 31 фельдшер-акушерлыҡ пункты, шәфҡәт туташы хеҙмәте бүлеге, Аксаков С.Т. исемендәге шифахана, “Глуховская” шифаханаһы; 36 клуб учреждениеһы, 31 китапхана, Аксаковтар ғаиләһе музейы (ҡара: Аксаков музейы), Иванов К. йорт-музейы, Цветаева М. музейы, Я.Ухсайҙың әҙәби музейы һ.б.бар. 25 үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Белебеевские известия” һәм “Урал-Сасси” гәз. нәшер ителә.

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: