Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛАҠАТАЙ РАЙОНЫ

Просмотров: 2141

БАЛАҠАТАЙ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ- көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта — Свердловск өлк., көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта Ҡыйғы һәм Мәсетле р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Иҫке Балаҡатай р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Мәсәғүт кантоны улустары инә, 1933 й. 20 сент. алып хәҙерге исемен йөрөтә (ҡара: Административ район). 1963—65 йй. Б.р. составына Мәсетле р‑ны терр‑яһы ингән. Майҙаны — 3037 км2. Адм. үҙәге — Яңы Балаҡатай а., Өфөнән төньяҡ-көнсығышҡа 341 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) көньяҡ-көнбайышҡа табан 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 34,7; 1959 — 30,4; 1989 — 22,1; 2002 — 22,6; 2010 — 20,1. Милли составы (2002): урыҫтар — 50,2%, башҡорттар — 43,5%, татарҙар — 5,0%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 7,6 кеше/ км2. Районда 14 ауыл советы, 46 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Яңы Балаҡатай (5,9 мең кеше), Урғалы (1,7 мең), Ҡарлыхан (1,3 мең) ауылдары.

Район Өфө һәм Әй йй. араһында диңгеҙ кимәленән 300—450 м бейеклектә урынлашҡан, йылға үҙәндәре м‑н ныҡ йырғыланған. Көнсығыш өлөшөн Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы көнбайыш битләүенең алғы һырттар системаһы (Аҡҡашҡа, Масҡаралы, Ҡарауылтау тауҙары) биләй. Б.р. Урал алды бөгөлөнөң Йүрүҙән-Әй депрессияһы сиктәрендә, көньяҡ-көнсығыш өлөшө Өфө амфитеатры сиктәрендә ята. Агрономик мәғдәндәр (Апут, Көнсығыш Апут), балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ (Атарша), тәбиғи газ (Апут, Мөслим, Яңыбай), ер аҫты һыуҙары (Яңы Балаҡатай) ятҡылыҡтары асылған. Климаты континенталь, уртаса дымлы. Уртаса йыллыҡ т‑ра 0,5°С, ғин. уртаса т‑ра −16,3°С, июлдә 17,0°С. Абс. макс. т‑ра 38°С, абс. миним. −50°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 400—550 мм, йылы осорҙа 350—400 мм. Гидрографик селтәр Белянка, Оло Әҙәм, Оло Ыйыҡ, Ыйыҡ йй.һәм уларҙың ҡушылдыҡтарынан тора; Үтәш һаҙлығы урынлашҡан. Ҡараһыу һоро һәм һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә, көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә — һоро һәм ҡараһыу һоро тау-урман тупрағы. Район майҙанының 54%‑ын ҡатнаш урмандар биләй. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора. Ҡарлыхан заказнигы һәм Балаҡатай заказнигы ойошторолған.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 125,0 мең га (дөйөм майҙандың 41,1%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 50,2, сабынлыҡтар — 34,8, көтөүлектәр — 31,9; урмандар майҙаны — 164,5, ер өҫтө һыуҙары — 0,98. Район төньяҡөнсығыш урман-дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [8 ЯСЙ, 5 АХПК, 67 крәҫтиән (фермер) хужалығы] бойҙай, арыш, һоло, арпа  үҫтереүгә, ит-һөт йүнәлешле һыйыр малы, сусҡа үрсетеүгә махсуслаша, умартасылыҡ үҫешкән. Районда инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһы, “Карллес”, “Профит” ЯСЙ‑лары бар. “Газпром трансгаз Уфа” ЯСЙ магистраль газ торбаларының Урғалы линия производство идаралығы, “РТП” ЯСЙ, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы эшләй. Б.р. терр‑яһынан Көньяҡ Урал т. юлы [Бирҙәүеш (Силәбе өлк.)—Дружинин (Свердловск өлк.) участкаһы], Малаяҙ—Үрге Ҡыйғы—Яңы Балаҡатай—Үңкерҙе (Силәбе өлк.), Оло Ыҡтамаҡ—Яңы Балаҡатай автомобиль юлдары үтә. Б.р. төньяҡөнсығыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда ПУ, 37 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 13‑ө урта мәктәп (ш. иҫ. Яңы Балаҡатай урта мәктәбе, Яңыбай урта мәктәбе), махсус коррекция мәктәп-интернаты, 23 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, йәш техниктар станцияһы, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, ДЮСШ; үҙәк район һәм 3 ауыл участка дауаханаһы; 33 клуб учреждениеһы, 21 китапхана, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. “Новый Белокатай” гәз. сыға.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019