Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БРЕСТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ

Просмотров: 857

БРЕСТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1939 й. сент. Өфөлә 98‑се тау уҡсылар див. нигеҙендә 186‑сы уҡсылар див. булараҡ ойошторола. Див. составына 238‑се, 290‑сы һәм 298‑се (Белорет ҡ. ойошторола) уҡсылар, 327‑се еңел һәм 446‑сы гаубица (Бөрө ҡ. ойошторола) артиллерия полктары, 227‑се танкыға ҡаршы мылтыҡтар һәм 264‑се айырым зенит‑артиллерия дивизиондары, 255‑се сапёр, 244‑се элемтә һәм 167‑се айырым мед.‑санитария батальондары инә; личный составтың 2/ 3 өлөшө БАССР‑ҙа мобилизациялана һәм саҡырыла. Див. Урал хәрби округы ғәскәрҙәре, 1941 й. июненән Көнбайыш, окт. алып Калинин фронттарының 22‑се армияһы 62‑се уҡсылар корпусы, 1942 й. окт. башлап Калинин фронтының 39‑сы армияһы, 1943 й. апр. алып Брянск, окт. Үҙәк, окт. алып Белоруссия, 1944 й. февр. алып 1‑се Белоруссия фронты 3‑сө армияһының 25‑се уҡсылар корпусы, июндән алып 3‑сө армияһы, июлдән алып 1‑се, нояб. алып 2‑се Белоруссия фронттары 65‑се армияһының 46‑сы уҡсылар корпусы составына инә. Бөйөк Ватан һуғышы барышында 1941—42 йй. Калинин (оборона һәм һөжүм итеү) һәм Сычёв-Вязьма операцияларында, 1942—43 йй. Ржев‑Вязьма, Орёл, Брянск һәм Гомель‑Речица операцияларында, 1944 й. Рогачёв‑Жлобин һәм Белоруссия операцияларында, 1945 й. Млава-Эльбинг һәм Көнсығыш Померания операцияларында ҡатнаша. 1945 й. алып Каменц, Лагенбилау һәм Франкенштейн ҡҡ. (Германия) урынлаша. 1946 й. июлендә таратыла. Почётлы “Брест” исеменә лайыҡ була (1944).Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 2‑се дәрәжә Суворов (1945), 2‑се дәрәжә Кутузов (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Див. ком.: комбриг, 1940 й. алып ген.-майор Н.И.Бирюков (1939 й. сент. алып), полк. А.П.Пилипенко (1941 й. сент. алып), ген.‑майор А.И.Зыгин (окт. алып), майор, 1942 й. 19 майынан подполк. М.И.Никитин (1942 й. февр. алып), ген.‑майор В.К.Урбанович (1942 й. авг. алып), полк. Н.П.Яцкевич (1943 й. 4 июленән), полк., 1943 й. 1 сент. алып ген.‑майор Г.В.Ревуненков (27 июлдән), полк. С.С.Величко (1944 й. нояб. — 1945 й. майы), полк. Мелкадзе (1945 й. июне —1946 й. июле).

Әҙәб.: Бикмеев М.А. Военный вклад Башкортостана в победу в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг. Уфа, 1997; шул уҡ. Дивизии Башкортостана на фронтах Великой Отечественной войны. Уфа, 2005.

Т.Х.Әхмәҙиев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019