Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУТЫРСК ПЕХОТА ПОЛКЫ

Просмотров: 1220

БУТЫРСК ПЕХОТА ПОЛКЫ, 1796 й. 29 нояб. император Павелдың исемле указы б‑са Ырымбур инспекцияһында (ҡара: Хәрби округтар) Бутырск мушкетёр полкы (1797—1801 йй. өҫтәмә рәүештә полк шефтары хөрмәтенә атап йөрөтөлгән) булараҡ ойошторола; 1811 й. алып Б.п.п., 1864 й. — 66‑сы Б.п.п. Полк составына 1‑се һәм 2-се (1‑се һәм 6‑сы Ырымбур сик буйы батальондары нигеҙендә ойошторолған), 3‑сө (таратылған Өфө пехота полкынан 1833 й. ойошторолған) һәм 4‑се (40‑сы йй. алып) батальондар инә. 1799 й. А.В.Суворовтың Италия походында, 1805 й. рус‑австрий‑француз һуғышында, рус‑прусс-француз һуғышында (1806—07), 1806—12 йй., 1828—29 йй. һәм 1877—78 йй. рус‑төрөк һуғыштарында, Ватан һуғышында (1812), рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14), Ҡырым һуғышында (1853—56) һәм Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1918 й. мартында таратыла. Б.п.п. “1812  йылда дошманды еңеүҙә һәм уны Рәсәй сиктәренән ҡыуып сығарыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн” (1812), “Краон өсөн, 1814” (1814) исемле Георгий байраҡтары, Георгий борғолары (1812) тапшырыла. Полк Треббия й. янындағы еңеүе өсөн (1799) үҙенсәлекле барабан тауышы аҫтында тантаналы хәрби батырлыҡ өсөн марш хоҡуғына лайыҡ була. Билдәле булған полк ком.: майор Кожин (1797—98), майор М.М.Велецкий (1798—99), подполк. Г.И.Синицин (1800—03), подполк. М.Л.Трескин (1803—04), майор И.И.Каменщиков (1811—15), полк. П.Эреовский (1815), полк. Д.П.Симонсон (1914).

Әҙәб.: Леонов О.Г., Ульянов И.Э. Регулярная пехота: 1698—1801. М., 1995; Ульянов И.Э. Регулярная пехота. 1801—1855. М., 1996; шул уҡ. Регулярная пехота. 1855—1918. М., 1998.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019