Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСТРА

Просмотров: 433

АСТРА, 1) (Aster), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 250‑нән ашыу (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 500‑ҙән ашыу) төрө билдәле, Төньяҡ Америкала, һирәгерәк Көньяҡ Америкала, Африкала һәм Евразияла таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 8—70 см. Япрағы ябай, бөтөн, оҙонса. Сәскәләре кәрзинкәлә: үҙәктәгеләре көпшәле, ике енесле; ситкеләре тел япраҡлы, зәңгәр, күк йәки шәмәхә төҫөндә, инә. Май—сент. сәскә ата. Кәрзинкә урамаһы осло япраҡлы, кәрзинкәләр яңғыҙ йәки ҡалҡанға йыйылған. Емеше — оҙон өлпөлө орлоҡса, июль—окт. өлгөрә. Йылантау А. — Ҡырҡты‑Ирәндек урманлы далаһында уба битләүендә, Коржинский А. һәм А. башҡа төрҙәре респ. бөтә терр‑яһында ылыҫлы, һирәгерәк япраҡлы урман ситендә, далала һәм тау битләүендә үҫә. Баллы үҫемлек һәм декоратив үҫемлек. Составында кумариндар булған ромашка һымаҡ А. һәм флавоноидтар булған альп А. халыҡ медицинаһында ҡулланыла. 2) Сәскәселектә ш. уҡ каллистефус (ҡытай А.) заты төрө. БР‑ҙа 100‑ҙән ашыу сорты билдәле.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: