АҠНАЗАР, Мәләүез р‑нындағы ауыл
АҠНАЗАР, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Һарыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 34 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 182 кеше; 1920 — 269; 1939 — 151; 1959 — 202; 1989 — 161; 2002 — 189; 2010 — 168 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Сәнкем‑Ҡыпсаҡ улусы Үрге Таш а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1816 й. билдәле. Шулай уҡ Баййегет исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 16 йортта 124 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән.
Ә.З.Әсфәндиәров
Тәрж. Ю.Ғ.Кәримов