Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨКӨРТЛӨКӘЙ

Просмотров: 845

КӨКӨРТЛӨКӘЙ (Huperzia), көкөрт үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ябай К. үҫә. Мәңге йәшел ваҡ ҡыуаҡлыҡ. Һабағы йәйелеүсән, һәнәк рәүешле тармаҡлы, бейеклеге 5—20 см. Япрағы ланцет формаһында, осло, бер-береһенә ҡапланып ята, һабаҡҡа һыйынған йәки аҫҡа табан бөгөлгән. Енси булмаған үрсеү ағзалары (спорангиялары) япраҡ ҡуйындарында берәмләп урынлашҡан. Июнь—авг. спора осора. Үрендеһе тамырланып һәм үрсеү бөрөләре м‑н вегетатив үрсей. Һаҙлы шыршы, ҡарағай, ҡара ерек урмандарында һәм сфагнум һаҙлыҡтарҙа үҫә; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында (Ирәмәл тауы, Егәлгә, Ямантау һырттары һ.б.) һәм Башҡортостандың Урал алдында (Дыуан р‑ны) осрай. Декоратив үҫемлек, дарыу үҫемлеге, ағыулы үҫемлек. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019