Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҘҠАНАТ

Просмотров: 648

ҺАҘҠАНАТ, к а л л а (Сalla), аронник һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 1 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Йәйелеүсән, быуынлы, йәшел тамырһабағы булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, япраҡһыҙ (уҡ кеүек), бейеклеге 15—30 см. Япраҡтары ябай, овал‑йөрәк һымаҡ, оҙон һаплы, ялтыр, ҡуйы йәшел төҫтә. Сәскәләренең сәскә эргәлеге булмай, аҡ япма менән уратып алынған сәкәндә урынлашҡан. Май—июндә сәскә ата. Йәй аҙағында сәкәне һыуға бата. Емештәре — ҡуш емештәрҙәге ҡыҙыл еләктәр, июлдә өлгөрә. Иҫке үҙәндәрҙең һәм күлдәрҙең батҡыл ярҙары буйлап һәм һаҙлыҡтарҙа үҫә; Башҡортостандың Урал алдының төньяҡ өлөшөндә осрай. Ағыулы үҫемлек һәм декоратив үҫемлек. Шулай уҡ теплицаларҙа һәм оранжереяларҙа үҫтерелгән зантедесхия затының төрҙәре калла тип атала.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.12.2022