Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЙЫН

Просмотров: 1279

ҠАЙЫН (Betula), ҡайын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Яҡтылыҡ ярата, йомортҡа йәки кире йомортҡа формаһындағы сатырлы, 40—150 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас, һирәгерәк ҡыуаҡ. Олоно аҡ төҫтә (кәрлә Ҡ. ҡыҙғылт көрән төҫтә), тармаҡлы, бейеклеге 0,2—20 м. Япрағы сиратлы, һаплы, ябай; ромб, йомортҡа, һирәгерәк йомро формалы, бысҡылы йәки тешле ситле. Сәскәһе күркһеҙ, бер енесле, оҙон һырғаларҙа. Һеркә (ата) һырғалар йәй башынан ботаҡ остарында үҫешеп ҡышлай, яҙ көнө сәскә ата һәм һары төҫтәге “һеркә осора”. Йәшел төҫтәге ҡыҫҡа емешлек (инә) һырғалары ҡыҫҡа үренделәрҙәге бөрөләрҙән барлыҡҡа килә. Апр.–июндә япраҡ ярған ваҡытта сәскә ата. Емеше — ярылы ҡырпыуы булған ваҡ, ялпаҡланған сәтләүек, йәй аҙағында, көҙөн өлгөрә. Һалбыр Ҡ. ҡайын һәм һыу айырғыстарҙың ҡатнаш урмандарында; аҡ Ҡ. — һаҙланған уйһыулыҡтарҙа; БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һәм Салауат р‑нында ғына осраған реликт кәрлә Ҡ. гипна һәм сфагнум һаҙлыҡтарында, һирәк ҡарағас урмандарында һәм тау тундраһында үҫә; тәпәш Ҡ. һирәкләп ҡыуаҡлыҡ‑сфагнум һаҙлыҡтарында һәм тау тундраһында осрай; кәкре Ҡ. тауҙарҙың ярым яланғас бүлкәтендә кәкре ағастарҙан торған урмандар барлыҡҡа килтерә. Ҡ. ағасы мебель сәнәғәтендә, яғыулыҡ итеп һәм активлаштырылған күмер алыу өсөн, йәш ботаҡтары миндек һәм һепертке әҙерләү өсөн ҡулланыла. Япраҡтары, бөрөләре, дегете медицинала файҙаланыла, ҡайын һутын поливитаминлы эсемлек итеп ҡулланалар.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019