Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗЕЛПЕ

Просмотров: 583

ЗЕЛПЕ (Euonymus), зелпе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, Азияның көнсығышында һәм көньяҡ‑көнсығышында таралған. Башҡортостанда сөйәлле З. үҫә. Ҡара сөйәлле үренделе һәм һоро нәҙек олонло япраҡ ҡойоусы 1—2 м бейеклектәге ҡыуаҡ. Япрағы ябай, эллипс рәүешендә, осло, ҡапма‑ҡаршы теҙелешле, ҡыҫҡа һаплы. Сәскәһе ваҡ, көрән, насар “сысҡан” еҫле япраҡ ҡуйыны суғында урынлашҡан. Май—июндә сәскә ата. Емеше — орлоҡ яны япрағы ҡыҙыл төҫтәге ҡумта, сент. өлгөрә. Киң япраҡлы һәм ҡарағай урмандарының ваҡ ағаслығында һәм ситендә үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Емеше ағыулы. Декоратив үҫемлек. Баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттары булдырыуҙа һәм баҡса‑парк төҙөлөшөндә ҡулланыла.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019