Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИҢМӘҪГӨЛ

Просмотров: 849

ШИҢМӘҪГӨЛ, ц м и н (Helichrysum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 500 төрө билдәле, Көньяҡ Африкала, Австралияла, Евразияла таралған. Башҡортостанда ҡомлоҡ Ш. үҫә. Кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыл­лыҡ үлән; аҡһыл кейеҙ төктәр м‑н ҡапланған, тамырһабағы ағасҡа оҡшаған. Һабағы күп һанлы, төҙ йәки күтәрелеүсән, ябай, бейеклеге 15—40 см. Япраҡтары шыма ситле, сиратлы; аҫҡылары — яйлап һапҡа тиклем тарайған оҙонса‑кире йомортҡа формаһында, урта һәм өҫкө япраҡтары ҡыяҡ ланцет кеүек, ултырма. Сәскәләре ҡыҙғылт һары төҫтә, ваҡ; 1 рәткә теҙелгән ептәй көпшәле ситкеләре — инә; үҙәктә урынлашҡан сәскәләре көпшәле, ике енесле. Кәрзинкәләре ваҡ, шар һымаҡ, ҡоро асыҡ һары, һирәгерәк ҡыҙғылт һары, өҫкө өлөшөндә тупаҡ ҡаты ярылы урама япраҡсалары м‑н уратып алынған; һабаҡ остарында ҡуйы ҡалҡан рәүешле һеперткеләргә йыйылған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — нәҙек, ҡыҫҡа, бер аҙ кирткәсләнгән һарғылт төктәрҙән торған өлпөлө көрән, 4 ҡырлы орлоҡса, авг.—сент. өлгөрә. Башҡортостандың Урал аръяғындағы ҡомло далаларҙа, ташлы битләүҙәрҙә һәм ҡомдарҙа, Башҡортостандың Урал алдының көньяҡ‑көнбайыш райондарында, бик һирәк осраҡта Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында үҫә. Декоратив үҫемлек. Ер өҫтөндәге өлөшөнөң составында дуплау матдәләре, кумариндар, органик к‑талар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар. Медицинала ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019