Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠЪЯР, ауыл, Хәйбулла р‑ны үҙәге

Просмотров: 1236

АҠЪЯР, ауыл, Хәйбулла р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Аҡъяр а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнс. 520 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында, Юлдыбай—Аҡъяр—Һары (Ырымбур өлк.), Сибай—Аҡъяр автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1900 й. — 1,0; 1920 — 1,3; 1939 — 2,4; 1959 — 2,4; 1989 — 4,3; 2002 — 5,5; 2010 — 6,9. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Тау колледжы, ПУ, 2 урта мәктәп (ш. иҫ. Аҡъяр урта мәктәбе №1), музыка мәктәбе, ДЮСШ, 2 балалар баҡсаһы, балалар ижады йорто, балалар приюты, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, мәҙәниәт йорто (9 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), балалар китапханаһы, Хәйбулла музейы, мәсет бар.

Ауылға 19 б. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б.) уртаһында Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы Байғусҡар а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1843 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1765 й.) алып Хәйбулла (йорт старшинаһы Хәйбулла Уралов исеменән) исеме м‑н билдәле. 1866 й. Хәйбуллала (А.) 76 йортта 519 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә (урын үҙенсәлектәренә бәйле — аҡ яр). 1939 й. Аҡъяр (2249 кеше) һәм Аҡморон (142 кеше) аа. иҫәпкә алынған. З.А.Бағышаев, Т.Ш.Дәүләтбаев, И.И.Һиҙиәтов, Ә.М.Юлдашбаев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019