Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИЛСӘН

Просмотров: 633

БИЛСӘН (Cirsium), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала һәм Африкала таралған.

Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Ике һәм күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, йыш ҡына сәнскәкле, 50—200 см бейеклектә. Япрағы бөтөн йәки ҡауырһын һымаҡ бүлемле, оҙонса ҡыяҡлы, ултырма йәки һаплы, сите сәнскәкле. Сәскәһе ҡыҙыл (төрлө төҫмөрлө), һирәгерәк алһыу, һары йәки аҡ, кәрзинкә сәскәлегенә йыйылған, күпселек өлөшөндә сәнскеле төргәк һәм оҙон һарғылт яры бар, төклө. Июнь—окт. сәскә ата. Емеше — ялпаҡ күп рәтле өлпөлө орлоҡ, сент.— окт. өлгөрә. БР‑ҙа киң таралған (татырлы тупраҡлы болонда үҫкән ҡанатлы Б. башҡа). Ябай Б., һаҙ Б., башлы Б. — баллы һәм мал аҙығы үҫемлектәре. Ҡайһы бер төрҙәре составында алкалоидтар, кумариндар, флавоноидтар, эфир майҙары бар. Шырт Б., йәки алһыу күрән — юҡҡа сығарыуы ауыр булған үренте тамырлы ҡый үләне. Тамыр системаһы тупраҡҡа 2—3 (ҡайһы ваҡыт 5—9) м тәрәнлеккә киткән вертикаль һәм уларҙан сыҡҡан 1,5—2 (ҡайһы ваҡыт 4—7) м горизонталь тамырҙарҙан тора. Һабағының бейеклеге 30—150 см. Япрағы оҙонса ланцет формаһында, бөтөн, ҡайһы осраҡта ҡауырһын һымаҡ айырмалы, осо сәнскәкле, ултырма. Сәскәһе шәмәхә-алһыу төҫтә. Башлыса вегетатив ысул (тамыр үҫентеһе һәм киҫәге), һирәгерәк орлоҡ (бер үҫемлектә 4‑тән 36 меңгә тиклем орлоҡ барлыҡҡа килә) м‑н үрсей. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында таралған. Көрәш саралары: алдан йомшартыу м‑н тәрән туңға һөрөү һәм пар баҫыуҙарын ваҡытында эшкәртеү, гербицидтар ҡулланыу һ.б.

Әҙәб.: Бахтизин Н.Р., Рахимов Э.М. Сорные растения Башкирской АССР и меры борьбы с ними. Уфа, 1958; Никитин В.В. Сорные растения СССР. Л., 1983.

С.С.Хәйретдинов, М.Б.Әмиров

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019