Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОНАР КӨПШӘҺЕ

Просмотров: 554

МОНАР КӨПШӘҺЕ (Сonium), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 4 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда бөрсөклө М.к. үҫә. Ике йыллыҡ үлән. Һабағы нескә бураҙналы, төҙ, тармаҡлы, буҙ төҫтәге ҡуныҡ һәм ҡыҙғылт көрән төҫтәге таптар м‑н, бейеклеге 60—200 см. Аҫҡы япраҡтары ҡыуыш һаплы өс ҡауырһынлы; урта һәм өҫкөләре — вағыраҡ, ултырма тиерлек, тар еңсәле. Сәскәләре аҡ төҫтә, сәскәлеге — урамалары һәм ваҡ урамалары булған овал‑ланцет формалағы ҡатмарлы сатыр. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — боролмалы ҡырлы һалынҡы емеш, июль—сент. өлгөрә. Урман ситтәрендә, ташландыҡ ерҙәрҙә, баҫыуҙарҙа, торлаҡ янында үҫә; респ. бөтә терр‑яһында осрай. Ҡый үләне, ҡырҡыу сысҡан еҫе аңҡытҡан ағыулы үҫемлек. Составында алкалоидтар бар. 

Ғ.М.Фазылова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: