Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҘ МУНСАҒЫ

Просмотров: 982

ҺАҘ МУНСАҒЫ, хамедафне (Chamаedaphne), арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Затта 1 төр — ябай Һ.м. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Йәйенке һорғолт‑көрәнһыу ботаҡлы, нәҙек төктәре булған йәш үренделе мәңге йәшел бәләкәй ҡыуаҡлыҡ, бейеклеге 20—50 см. Япрағы тиресәле, оҙонса‑ланцет формаһында, сиратлы, ваҡ тәңкәләре бар. Сәскәһе аҡ төҫтә, сүмес‑ҡыңғырауға оҡшаш, һалынҡы, бер яҡлы япраҡлы тәлгәштәрҙә урынлашҡан. Майҙа сәскә ата. Емеше — ҡумта, июлдә өлгөрә. Һаҙ мүге булған һаҙлыҡтарҙа һәм һаҙмат урмандарҙа үҫә. БР‑ҙа Балтас, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Нуриман һ.б. райондарҙа осрай. Ағыулы үҫемлек, баллы үҫемлек. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.12.2022
Связанные статьи: