Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҘСӘСКӘ, үҫемлектәр заты

Просмотров: 591

ҺАҘСӘСКӘ (Nymphoides), өсъяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ҡалҡанъяпраҡ Һ. үҫә. Йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ һыу үләне. Һабағының оҙонлоғо 90—150 см. Япрағы йомро, һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй, аҫҡы яғында көрәнһыу биҙ таптары була. Сәскәһе йөҙөп йөрөүсән, эре, һары төҫтә, оҙон сәскә һаптарында урынлашҡан, тажының сите сәсәкле айырсаларға теленгән; ҡулсатыр рәүешле шәлкемдәргә йыйылған. Июль—сент. сәскә ата. Емеше — асылмай торған ҡумта, авг.—окт. өлгөрә. Аҡмаған һыу ятҡылыҡтарында, быуаларҙа, күлдәрҙә үҫә; Дыуан (Мәсәғүт а. эргәһендәге Әй й. иҫке үҙәне) һәм Баймаҡ (Урал й.) р‑ндарында осрай. Декоратив үҫемлек. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019