Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАРУТ

Просмотров: 526

ТАРУТ (Мilium), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 7 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда тарбаҡлы Т. үҫә. Тамырһабаҡлы үлән. Һабағы йыуан, шыма, бейеклеге 60—100 см. Япрағы киң ҡыяҡлы, яҫы, йомшаҡ. Башағы ваҡ, бер сәскәле, асыҡ йәшел төҫтә, оҙон (25 см тиклем) йәйенке һеперткеләргә йыйылған. Июнь—августа сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—сентябрҙә өлгөрә. Башлыса киң япраҡлы урмандарҙа үҫә; республика территорияһының күпселек өлөшөндә таралған. Мал аҙығы үҫемлеге.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.12.2022
Связанные статьи: