Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠ БУМИЛЛЕРИОПСИСЫ

Просмотров: 591

ТУПРАҠ БУМИЛЛЕРИОПСИСЫ (Bumilleriopsis terricola), бер күҙәнәкле һарыйәшел ылымыҡтар төрө. Күҙәнәктәре оҙонса‑эллипс формаһында, тура йәки бер яғы бер аҙ ҡабарынҡы, остары тупаҡ йомрайтылған, бер осо икенсеһенән киңерәк, оҙонлоғо 7—41 мкм, киңлеге 5—13 мкм. Хлоропластары ялғаш рәүешле йәки еңелсә спираль рәүешендә уралған (ғәҙәттә, улар 2—4, һирәк осраҡта 8‑гә тиклем). Башҡортостан терр‑яһында урман һәм урман‑дала райондарында һоро урман тупрағында йәшәй. Газон тупрағында осрай. Тупраҡтың ауыр металдар м‑н бысраныуына һиҙгер. Һирәк төр.

Р.Р.Кәбиров

Тәрж. Г.А.Миһранова  

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019