“БАШТАРА”, предприятие
508
“БАШТАРА”, ағас һәм ҡатырға тара етештереү һәм ремонтлау пр‑тиеһы. 1968 й. Өфөлә “Башлесстройторг” Башҡ‑н сауҙа-әҙерләү базаһы (1955 й. нигеҙләнгән) нигеҙендә “Б.” тараны ҡабаттан ҡулланыу һәм һатыу, урман һәм төҙөлөш материалдарын һатыу б‑са Башҡ‑н респ. тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1986 й. алып “Б.” ПБ, 1996 й. — “Б.” Башҡ‑н производство-коммерция ДУП‑ы, 2002 й. ябыла. “Б.” составына Өфө һәм Черниковка участкалары (икеһе лә 1968 й. нигеҙләнгән), 1991 й. тиклем ш. уҡ Өфө тара ремонтлау з‑ды, Әлшәй һәм Дәүләкән урман һатыу складтары ингән. 1999 й. 27 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.
Тәрж. Г.А.Миһранова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: