Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙРИӘ

Просмотров: 1693

ХӘЙРИӘ, айырым шәхестәрҙең, дәүләт учреждениеларының, йәмәғәт һәм дини ойошмаларҙың мохтажлыҡта йәшәүселәргә ярҙам күрһәтеүе. Х. мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һ.б. үҫешенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән булырға мөмкин.

Христианлыҡта Х. традициялары иң тәүге осорҙарҙан уҡ үҫешә, православиела ярлыларҙы ҡарау Аллаға хуш ғәмәл тип һанала. Исламда һәр бер мосолман зәҡәт түләргә һәм хәйер (саҙаҡа) бирергә тейеш, хәйер гонаһтарҙан таҙарыныу сараһы булараҡ ҡабул ителә һәм хәллеләрҙең үҙ килемдәренең бер өлөшөн фәҡирҙәр мәнфәғәтенә күсереүе булып тора (саҙаҡа бирә алмаған кеше генә уны алырға хоҡуҡлы). Башҡорттарҙа яңғыҙ ҡартайған йәки ауырыған кешене сиратлап тәрбиәгә алыу йолаһы элек‑электән изгелектең юғары дәрә­жәһе тип иҫәпләнә. Башҡортостанда беренсе Х. учреждениеһы булып 17 б. Өфөлә ойошторолған “ярлылар йорто” (“Алла йорто”) тора, ул сиркәү, ҡаҙна һәм муниц. аҡсаға тотола һәм Троица сиркәүе руханиҙары күҙәтеүе аҫтында була. Уның эргәһендә мосафирҙарҙы ҡабул итеү йорто урынлашҡан. 1782 й. Өфө наместниклығында императрица Екатерина II указы (1781 й. 23 дек.) б‑са йәмғиәт ҡараулығы приказы булдырыла, ул госпиталдәрҙе, халыҡ мәктәптәрен, аҡылдан яҙған кешеләр, етемдәр, ҡарт‑ҡоролар, тынысландырыу һәм эш йорттарын төҙөү һәм уларға ярҙам итеү м‑н шөғөлләнә. Был йорттарҙа крайҙың мохтаж кешеләре дин һәм ҡатлам б‑са айырылмай ҡарала. 1821 й. Император кеше йәнле йәмғиәте (1802 й. нигеҙләнгән) тарафынан Өфө фәҡирҙәрҙе ҡайғыртыу ком‑ты асыла, ул губернатор, епископ, мөфтөй һәм ҡаланың почётлы кешеләре бағыуында була, ком‑т ҡарамағында Полежаев гимназистар приюты (1865 й. нигеҙләнгән), ярлы ауырыуҙар өсөн дауалау йорто (1870) эшләй. 1873 й. ком‑т эргәһендә оло ҡатын‑ҡыҙҙар һәм етем балалар өсөн приюты, тегеү оҫтаханаһы, Александр ҡарт‑ҡоролар йорто, акушер‑фельдшер мәктәбе булған ҡатын‑ҡыҙҙар Х. бүлексәһе булдырыла; 1878 й. ҡарттар һәм мосолман малайҙары өсөн приют ойошторола, уға мөфтөй рәйеслегендәге (1‑се рәйесе — Ҡ.Б.Тәвкилев) махсус комиссия идара итә. Айырым кешеләрҙең иғәнәһенә, Х. концерттарынан һәм театр тамашаларынан килгән аҡсаға Өфөлә балалар приюты асыла (1849), ул императрица Александра Фёдоровна бағыуында була, етемдәр һәм фәҡир ғаиләләрҙән сыҡҡан балаларҙы ҡарау һәм уҡытыу м‑н шөғөлләнә. Мох­таж мосолмандарға Өфө ярлы мосолмандар попечителлеге (1898), Мосолман ҡатын‑ҡыҙҙар ойошмаһы ярҙам күрһәтә. Крайҙың мосолмандары тарафынан йыйылған аҡсаға Ырымбурҙа Каруанһарай төҙөлә. Х. м‑н православие ҡорамдары һәм монастырҙар әүҙем шөғөлләнә. Дини дәрәжәле фәҡир ҡыҙҙар өсөн уч‑ще (1868) һәм Өфөнөң (ҡаланың иҫке өлөшөндә, Золотухин биҫтәһендә һ.б.) фәҡир ҡатын‑ҡыҙҙары өсөн түләүһеҙ ашхана (1892) тулыһынса Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры ҡарамағында була. Өфө костёлы эргәһендә 1898 й. алып Х. католик йәмғиәте эшләй. 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу б‑са, Өфө губернаһында 20 Х.

ойошмаһы һәм йәмғиәте, ш. иҫ. 4 ҡарт‑ҡоролар йорто, 1 балалар приюты, 3 дауалау йорто, 1 ҡуналҡа йорто, 3 мәктәп, була. Капиталистик мөнәсәбәттәр үҫеү м‑н шәхси Х. үҫеш ала. Крайҙың бик күп күренекле кешеләре (И.Ф.Базилевский, Блохиндар, В.И.Видинеев, Х.Ғосманов, С.С.Йәнтүрин, Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев, Поносовтар, Рәмиевтәр, З.Х.Рәсүлев, Хөсәйеновтар, Чижовтар һ.б.) үҙ килемдәренең бер өлөшөн ғибәҙәт һәм уҡыу йорттары (мәҙрә­сәләр, мәсеттәр, сиркәүҙәр һ.б.), етем йорттары асыуға һәм тотоуға, китаптар, журналдар, гәзиттәр нәшер итеүгә йүнәлтә; ш. уҡ Х. формаларының береһе — ваҡыф таралыш ала.

Беренсе донъя һуғышы йылдарында дини учреждениелар ҡасаҡтарға, һалдат ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәктәренә әйләнә. Ҡатын‑ҡыҙҙар монастырҙарында һәләк булған яугирҙар­ҙың етем ҡыҙ балалары өсөн приюттар асыла. Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастырының сиркәү‑мәхәллә мәктәбе һәм ир‑егеттәр монастырҙарының (Богородица Одигитрия сыуаш ир‑егеттәр монастыры, Златоуст Воскресение диндәш ирҙәр монастыры, Успение ир‑егеттәр монастыры һ.б.) биналары яралылар өсөн лазарет ителә. 1914 й. башлап Өфө мосолман яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү ком‑ты эшләй. Костёл эргәһендә Һуғышта ҡатнашҡан ярлы поляк ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү йәмғиәтенең Өфө бүлеге була (1917 й. тиклем). Өфө йәһүд дини общинаһы ағзалары йәһүд яугирҙары ғаиләләренә шефлыҡ итә. 20 б. 20‑се йй. алып Х. ойошмалары һәм йәмғиәттәре яйлап юҡҡа сыға.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда төрлө фондтар (балаларға ярҙам, Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләренә ярҙам, Ҡыҙыл Армия, оборона һ.б.) ойошторола, халыҡтан йыйылған финанс һәм матди ярҙам шунда ебәрелә. 100,1 млн һумлыҡ аҡса һәм аҙыҡ‑түлек йыйыла, “Башҡорт истребителе” авиаэскадрильяһын эшләүгә яҡынса 132 млн һум туплана; 867 ғаилә етем ҡалған балаларҙы тәрбиәгә ала, эвакуацияланған балалар өсөн интернаттар һәм балалар йорттары төҙөлә. Оборона фондына бик күп дини ойошмалар аҡса күсерә. Өфө епархияһы 1945 й. эсендә генә 1 млн 128 мең һум тапшыра. Респ. төрлө Х. ойошмалары эшләй: Балалар фонды, Инвалидтар йәмғиәте, “Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе”, “Мәрхәмәт”, “Өмөт”, “Урал”, “Хэсэд Лея” һ.б. фондтар, муниц. райондарҙы үҫтереү ойошмалары (2012). Улар соц. яҡланмаған граждандарға ярҙам күрһәтә, әсәлекте, аталыҡты, балалыҡты һ.б. яҡлау б‑са эштәр башҡара. Ойошмаларҙың һәм айырым шәхестәрҙең финанс ярҙамы м‑н иҫке ғибәҙәт ҡоролмалары 

Әҙәб.: Благотворительные учреждения Российской империи. Т. 1—3. СПб., 1900; Латыпов Ш.Х. У истоков благотворительности в Уфимской губернии (к возникновению магометанских благотворительных обществ) //Россия и Восток: проблемы взаимодействия. Уфа, 1993.

М.Ғәлиева, В.В.Латипова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019