Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШУРАЛЭНЕРГОСТРОЙ”, предприятие

Просмотров: 740

“БАШУРАЛЭНЕРГОСТРОЙ”, энергия объекттары (ҡаҙандар, электростанция турбиналары, магистраль йылылыҡ селтәрҙәре), сәнәғәт һәм соц.- мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар, БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә торлаҡ төҙөү һәм реконструкциялау пр‑тиеһы. 1964 й. “УфаТЭЦстрой” төҙөлөш идаралығы булараҡ нигеҙ һалына, 1976 й. алып “Б.” төҙөлөш- монтаж тресы, 1998 й. — ДУП, 2002 й. ябыла. Составына “Башуралэнергостроймеханизация”, “Башуралотделстрой” (икеһе лә 1976 й. нигеҙләнгән), “Энергопромжилстрой” (1989, Нефтекама ҡ.), Ҡарман ДРЭС‑ы (1989, Яңауыл р‑ны), Яңы Стәрлетамаҡ ТЭЦ‑ы (1973), Өфө ТЭЦ‑ы (1964), “Башуралспецэнергомонтаж” төҙөлөш-монтаж идаралығы (1976), тимер-бетон изделиелар з‑ды (1991, Нефтекама), производство- технология комплектацияһы идаралығы (1978, Өфө), Өфө (1976) һәм Нефтекама (1993) ҡҡ. автотранспорт пр‑тиелары ингән. 1999 й. 1782 кеше эшләгән. “Б.” тарафынан “Башсельмаш” з‑ды, Яңы Стәрлетамаҡ ТЭЦ‑ы, Өфөнөң 3‑сө һәм 4‑се ТЭЦ‑тарында ҡаҙан агрегаттары, Яңы Салауат ТЭЦ‑ында һыу йылытыу ҡаҙаны, Күмертау, Өфө ҡҡ. магистраль йылылыҡ селтәрҙәре һ.б. төҙөлгән. “Б.” м‑н Г.Х.Ғаязова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

2007 й. “Башуралэнергострой” холдинг компанияһы ЯСЙ (Өфө) ойошторола.

А.П.Лизон

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019