“БАШЭЛЕКТРОМОНТАЖ”, предприятие
“БАШЭЛЕКТРОМОНТАЖ”, электр ҡулайламаларын монтажлау һәм көйләү, электр ҡорамалдарын ремонтлау; электротехник продукция етештереү пр‑тиеһы. 1955 й. Өфөлә респ. монтаж пр‑тиеларын берләштергән “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1991 й. алып ЯАЙ, 1995 й. — ААЙ, 2007 й. — Новосибирск ҡ. теркәлгән. Составына 1‑се Өфө (1947 й. нигеҙләнгән), 2‑се Өфө (1955), 3‑сө Өфө (1964), Стәрлетамаҡ (1941), Салауат (1949), Бәләбәй (1971) монтаж идаралыҡтары; Өфө сафҡа индереү-көйләү идаралығы (1964), производство-технология комплектацияһы идаралығы (1967), автобаза (1961; бөтәһе лә — ЯСЙ) ингән. 1999 й. 1500 кеше эшләгән. Алюмин һәм баҡыр ҡатлы түбән вольтлы кабелдәр, поливинилхлорид изоляциялы сымдар, сәнәғәт һәм көнкүреш тәғәйенләнешле яҡтыртҡыстар етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған. “Б.” Бәләбәй машиналар эшләү заводын, “Искра”, “Минудобрения”, “Нефтемаш” пр‑тиеларын, Салауат оптика-механика заводын, “Уфаоргсинтез” пр‑тиеһында полипропилен етештереү б‑са ҡулайлама, Байкал—Амур магистралендә соц. тәғәйенләнешле объекттар, Алжир, Иран, Нигерия, Пакистан, Төркиә, Һиндостанда металлургия, нефть эшкәртеү з‑дтарын һ.б. төҙөүҙә ҡатнаша. 19 уйлап табыу һәм рационализаторлыҡ тәҡдиме СССР ВДНХ миҙалдарына лайыҡ була.
Б.П.Костарев
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина