Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҠАЛДЫ, Архангел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 669

БАҠАЛДЫ, Архангел р‑нындағы ауыл, Баҡалды а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 11 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнс. табан 16 км алыҫлыҡта Баҫыу й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 566 кеше; 1920 — 1255; 1939 — 816; 1959 — 709; 1989 — 693; 2002 — 670; 2010 — 621 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1893—94 йй. Стәрлетамаҡ өйәҙендә удел ведомствоһы ерҙәрендә (граф Коссаковскийҙан ҡаҙнаға һатып алынған) Курляндия һәм Лифляндия губ. күсеп килеүселәр ҡуртым шарттарында Баҡалды колонияһы булараҡ нигеҙ һала. Малс‑ҡ, игенселек, ҡабыҡ әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. айырым утарҙарҙан торған Баҡалды йәмғиәте булараҡ теркәлгән; земство мәктәбе, тире эшкәртеү оҫтаханаһы булған. 20 б. 30‑сы йй. хәҙерге исемен йөрөтә һәм ауыл статусын ала. 50‑се йй. ауылға 19 б. аҙағында нигеҙләнгән Сарбай (Богословский) ҡасабаһы ҡушылған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: