Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАКАЛОВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 712

БАКАЛОВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Таналыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 32 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 90 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 193 кеше; 1959 — 294; 1989 — 302; 2002 — 369; 2010 — 353 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Подольск урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 1929—30 йй. Йылайыр кантонында “Таналыҡ” с‑зы ойошторолғас ш. уҡ кантондың Аранташ, Кәрим, Солтанташ аа. кешеләре с‑здың Баҡал фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 2005 й. ауыл хәҙерге статусын ала, 2007 й. — хәҙерге исемен йөрөтә.

Р.Ғ.Насиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: