Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҠАЛЫ, ауыл, Баҡалы р‑ны үҙәге.

Просмотров: 1494

БАҠАЛЫ, ауыл, Баҡалы р‑ны (1930—63 йй. һәм 1964 й. алып) һәм Баҡалы а/ с үҙәге. Өфөнән Т.-Көнб. 175 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 75 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында, Бәләбәй—Николаевка—Туймазы—Баҡалы, Кушнаренко—Саҡмағош—Баҡалы, Баҡалы—Үрге Йәркәй автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,2; 1920 — 2,4; 1939 — 4,4; 1959 — 5,2; 1989 — 8,1; 2002 — 9,5; 2010 — 9,6. Татарҙар, урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). 2 урта мәктәп, ш. иҫ. Баҡалы урта мәктәбе №1, насар ишетеүсе балалар өсөн коррекция мәктәп-интернаты, балалар сәнғәт мәктәбе, һөнәрселек лицейы, 3 балалар баҡсаһы, ДЮСШ, үҙәк район дауаханаһы, 2 мәҙәниәт йорто (4 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), балалар ижады йорто, Башҡортостан керәшендәренең милли-мәҙәни үҙәге, үҙәк һәм балалар китапханалары, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют, музей, сиркәү, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 18 б. башынан билдәле. 1736 й. яңы суҡындырылған татарҙар килеп урынлаша, халҡы казак ҡатламына күсерелә. 1834 й. бында дәүләт крәҫтиәндәре, удел крәҫтиәндәре, Ырымбур казак ғәскәре казактары иҫәпкә алынған. 1865 й. 166 йортта 1001 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, тимерлек эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Б. улус идараһы урынлашҡан, сиркәү, 2 училище, 4 тирмән, 10 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. 2 сиркәү, земство мәктәбе, сиркәүәхәллә мәктәбе, дарыуханаһы булған земство дауаханаһы, һыу тирмәне, 6 тимерлек, слесарлыҡ һәм үлсәү‑тикшереү оҫтаханалары, 8 бакалея, 7 мануфактура, 2 тимер-томор, 2 баш кейеме, һыра һәм 2 шарап кибете, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. Ауыл янындағы Маты й. тамағындағы ҡарағай урмандары — тәбиғәт ҡомартҡыһы. В.Н.Зотов, В.А.Дьяков, Я.Д.Костин, А.Һ.Маҡулов ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019