БАЛАНОВ, ауыл, Өфө эсендә
1170
БАЛАНОВ, ауыл, 1992 й. алып Өфө эсендә (Дим р‑ны).
Өфө өйәҙендә, фаразланыуынса, Гилёвтарҙың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1795 й. билдәле. 1865 й. Б. (Гилёв, Рыжкин, Воеводский, Троицкий) 2 йортта 18 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. 50‑се йй. аҙағына Б. Воеводский (Троицкий, Мешалкин, Александровка) һәм Гилёв (Предтечин) аа. (икеһе лә 19 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән) ҡушылған. Халҡы: 1906 й. — 29 кеше; 1920 — 194; 1939 — 286; 1959 — 844; 1989 — 803 кеше. 1992 й. Өфө р‑нының Жуков а/с ҡараған.
З.И.Гудкова
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: