БАЛАПАН, Йылайыр р‑нындағы ауыл
950
БАЛАПАН, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Матрай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 62 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 108 км алыҫлыҡта Быҙаулыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 250 кеше; 1920 — 251; 1939 — 17; 1989 — 100; 2002 — 118; 2010 — 119 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы Ишембәт а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1776 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1804 й.) алып билдәле. 1866 й. 33 йортта 204 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 30‑сы йй. Б. кешеләре Йәйләү а. күсәләр. 70‑се йй. ауыл ҡабаттан тергеҙелә.
Тәрж. Д.К.Үзбәков
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: