БАЛҒАЖЫ, Әлшәй р‑нындағы ауыл
БАЛҒАЖЫ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Никифар а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 57 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 584 кеше; 1920 — 430; 1939 — 426; 1959 — 251; 1989 — 96; 2002 — 129; 2010 — 95 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Никифар урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1776 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсе яҫауыл Балғажы Ҡайғолов исеме м‑н аталған. 1795 й. 22 йортта 160 кеше йәшәгән, 1866 й. 90 йортта — 331 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән. Б. янындағы дала участкаһы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Ә.З.Әсфәндиәров
Тәрж. Ю.Ғ.Кәримов