Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛОРЕТ МЕТАЛЛУРГИЯ КОМБИНАТЫ, ААЙ

Просмотров: 1711

БЕЛОРЕТ МЕТАЛЛУРГИЯ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Составы: 150‑се прокатлау цех‑станы, ҡорос сым (1‑се, 4‑се, 6‑сы), ҡатыштырылған, ныҡ сыҙамлы сым, микросым, таҫманы һалҡын килеш прокатлау, арҡан (3‑сө, 17‑се), 5‑се авиаарҡан цехтары; 14 ярҙамсы бүлексә; 5 бүлендек пр‑тие. 2010 й. 6242 кеше эшләгән. Сортлы прокат, төрлө ҡоростан сым, микросым, таҫма, арҡан, сөй етештерә. Продукцияһы БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларына ебәрелә, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә (донъяның 30‑ҙан ашыу иле) сығарыла.

1762 й. Белорет заводы булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. ҡарата Белорет металлургия з‑ды Уралдағы иң эре пр‑тие булған һәм 0,9 млн бот суйын, 3 млн бот мартен металы, 2 млн бот табаҡлы болванка, 1 млн боттан ашыу катанка етештергән. 1940 й. Белорет металлургия һәм Тирлән табаҡлы прокат (элегерәк суйын иретеү) з‑дтары, Туҡан руднигы һәм тар колеялы т. юл Б.м.к. берләштерелә. 1958 й. комб‑т составына Белорет ҡорос сым-арҡан (элегерәк сым-сөй) з‑ды инә. 1968 й. комб‑тҡа М.И.Калинин исеме бирелә. 2002 й. тиклем РФ‑та тимер мәғдәне сығарыуҙан, суйын һәм ҡорос иретеүҙән алып металдан изделиелар етештереүгә тиклем тулы металлургия циклы булған берҙән-бер пр‑тие. 1991 й. алып ҠП, 1994 й. — акционерҙар компанияһы, 1996 й. хәҙ. статусын ала. 2003 й. башлап “Мечел” ААЙ (Мәскәү) төркөмөнә ҡарай.

Комб‑тта илдә тәүге тапҡыр мартен ысулы м‑н подшипник ҡоросо (1941), БП маркалы ике тапҡыр иретелгән ҡорос (1970); күп ҡатыштырылған тутыҡмай торған пружина (1948), ныҡ сыҙамлы арматура (1954), цинкланған арҡан (1952) сымдары, прецизион иретмәләрҙән сымдар (1950); автомобиль һәм авиация шиндарын арматуралау өсөн металл корды (1961); ныҡ сыҙамлы арҡандар (1965) һ.б. етештереү үҙләштерелә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. (1966), “Алтын Глобус” (Көнсығыш үҫеш фонды, Копенгаген, 1993), “Алтын йондоҙ” (18‑се Бөтә донъя эшҡыуарҙар конгресы, Мадрид, 1993) халыҡ-ара приздары, ш. уҡ Европа сифат призы (Сауҙа лидерҙары клубы, Париж, 1994) м‑н бүләкләнгән. Пр‑тие м‑н F.Б.Аҫылғужин, Н.С.Голубев, А.М.Иноземцев, А.Ф. Красильников, В.А.Кулеша, В.К.Лихов, С.Х.Мөхәмәтдинова, Т.И.Немкова, В.М.Овчаренко, П.П.Осетров, Н.В.Соколов, Ф.Ҡ.Сөләймәнов, К.И.Туленков, А.Т.Филиппов, К.М.Шилкин, В.Н.Шлёмов, И.Х.Әхтәмов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.07.2023