Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕРЁЗОВКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл

Просмотров: 997

БЕРЁЗОВКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡананикольский а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 83 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 138 км алыҫлыҡта Берёзовка й. (Һаҡмар й. басс.) өҫкө ағымында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 99 кеше; 1920 — 201; 1939 — 363; 1959 — 406; 1989 — 165; 2002 — 122; 2010 — 77 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

18 б. уртаһында Ҡананикольск заводы эргәһендәге ауыл булараҡ нигеҙ һалына. 1866 й. 3 йортта 16 кеше йәшәгән.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019