Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЛАГОВЕЩЕН АРМАТУРА ЗАВОДЫ

Просмотров: 979

БЛАГОВЕЩЕН АРМАТУРА ЗАВОДЫ, ААЙ. БР‑ҙа һәм РФ‑та ҡорос үткәргес торба арматураһын төп етештереүселәрҙең береһе. Составы: 13 цех (3 механик йыйыу, ҡорос ҡойоу, тимерсе, механика һ.б.) һәм 3 участка, ш. иҫ. стандарт булмаған ҡорамалдар участкаһы. Балалар баҡсаһы, балалар һауыҡтырыу үҙәге, мәҙәниәт йорто, стадионы бар. 2010 й. 2309 кеше эшләгән. Үткәргес торба арматураһы, комплектлау изделиелары етештерә. Продукцияһы БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең нефть‑газ, яғыулыҡ-энергетика һәм хәрби сәнәғәт комплекстары пр‑тиеларына, торлаҡ‑коммуналь хужалыҡтарға ебәрелә, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла.

Благовещен заводы булараҡ нигеҙ һалына. 1919 й. алып 2‑се дәүләт з‑ды, 1925 й. — а.х. машиналары з‑ды, 1930 й. — П.В.Точисский ис. мунса‑кер йыуыу ҡорамалдары заводы. 1941 й. башлап, Туапсе механика з‑ды ҡорамалдарын эвакуациялауға бәйле, машиналар эшләү з‑ды (нефть промыслаһы ҡорамалдары, һуғыш припастары һәм ҡоралдары сығарыу үҙләштерелә). 1942 й. алып 428‑се союз з‑ды (суйын һәм бронзанан үткәргес торба арматураһы етештереү башлана), 1948 й. — машиналар эшләү з‑ды (электр ҡорос ҡойоу производствоһы, 1951 й. ҡоростоң тутыҡмай торған маркаларынан арматура етештереү үҙләштерелә). 1964 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1993 й. хәҙ. статусын ала.

В.Е.Мещеряков, К.М.Мирғаязов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: