Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОГОРОДСКИЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

Просмотров: 673

БОГОРОДСКИЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Денис а/  с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 871 кеше; 1920 — 1005; 1939 — 885; 1959 — 504; 1989 — 484; 2002 — 513; 2010 — 508 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1880 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Тирмәнйылға а. башҡорттарынан ҡуртымға алған ерҙәрҙә ш. уҡ өйәҙҙең Троицкий а. һәм Тула губ. крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Богородицкий, Көлйорт, Вшивка, Яңы Троицкий исемдәре м‑н билдәле булған. 1896 й. 93 йортта 765 кеше йәшәгән. Ат м‑н иген һурҙыртҡыс, мөгәзәй булған. 1906 й. земство мәктәбе, 2 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. И.Т.Серёгин ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: