Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОГОРОДСКИЙ, ауыл

Просмотров: 337

БОГОРОДСКИЙ, ауыл, 1936 й. алып Өфө составында.

1604 й. батша һарайы крәҫтиәндәре Яңы Слобода исеме м‑н нигеҙ һала, 1620 й. Кадомцов (тәүге төпләнеүселәрҙең береһе Иван Кадомец исеменән) исеме м‑н теркәлгән. 1622 й. ауылда икона (ҡара: Богородский-Өфө Божья Матерь иконаһы) пәйҙә булыу хөрмәтенә Ҡазан-Богородский сиркәүен төҙөгәндән һуң, б. тип атала башлай. 1796 й. 71 йортта 356 кеше йәшәгән, 1865 й. 76 йортта — 503, 1920 й. 133 йортта — 766 кеше. Игенселек, йәшелсәселек, балыҡсылыҡ, дуға һәм тәгәрмәс яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Б. улус идаралығы урынлашҡан, 2 сиркәү (1873 й. янғын ваҡытында янып бөткәндәр), училище, 2 мөгәзәй булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. сиркәү (ҡара: Богородский-Өфө сиркәүе), земство мәктәбе, уҡыу бүлмәһе, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. Өфө моторҙар з‑ды (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) һ.б. сәнәғәт пр‑тиелары төҙөлгәс, 1931 й. Моторный а. тип үҙгәртелә (ҡара: Махсус ҡасабалар), ул 1936 й. июленә тиклем Өфө р‑нының Черниковка ҡасаба советы составында була. Хәҙ. Өфөнөң Калинин р‑ны терр‑яһы (Инорс микрор‑ны).

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019