Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ШИҘЕ, Нуриман р‑нындағы ауыл

Просмотров: 686

ОЛО ШИҘЕ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Баш-Шиҙе а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 10 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Шиҙе й. (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 636 кеше; 1920 — 932; 1939 — 835; 1959 — 610; 1989 — 512; 2002 — 451; 2010 — 456 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡыҙылъяр урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1726 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Көҙәй улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Шиҙе исеме м‑н мариҙар нигеҙ һала. 18 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. 20 йортта 126 кеше йәшәгән, 1865 й. 86 йортта — 406 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, тимерлек, шарап, һыра һәм 3 бакалея кибете теркәлгән.

Р.С.Исмәғилов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: