Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО АКСАКОВ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауы

Просмотров: 651

ОЛО АКСАКОВ, П ё с т р о в к а, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Подлесный а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т. табан 26 км алыҫлыҡта Мәҫәле й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1107 кеше; 1920 — 1219; 1939 — 1485; 1959 — 622; 1989 — 150; 2002 — 200; 2010 — 163 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1802 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә [1792 й. купчий ҡағыҙы б‑са Т.С.Аксаков (ҡара: Аксаковтар) һатып ала] Пёстровка исеме м‑н нигеҙ һалына. 1865 й. Пёстровка (О.А.) булараҡ иҫәпкә алынған, 104 йортта 784 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, һатыуға ағас әҙерләү, сана, тәгәрмәс һәм туғын яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. По‑ таш, шарап ҡыуыу, май һығыу з‑дтары булған. 1906 й. земство мәктәбе, часовня, 2 тимерлек, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1992 й. хәҙ. исемен йөрөтә. И.А.Герасимов, А.С.Евстигнеев ошо ауылда тыуған.

Ю.Ә.Кәримов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019