Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ҮТӘШ, Ғафури р‑нындағы ауыл

Просмотров: 903

ОЛО ҮТӘШ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Еҙем‑Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 46 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 67 км алыҫлыҡта Тәпәреш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 317 кеше; 1920 — 434; 1939 — 621; 1959 — 416; 1989 — 248; 2002 — 213; 2010 — 172 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Кесе Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Үтәш исеме м‑н нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1795 й. Үтәш исеме м‑н 3 ауыл теркәлгән: беренсеһендә 7 йортта 88 кеше йәшәгән, икенсеһендә 40 йортта — 171 кеше, 3‑һөндә 10 йортта — 90 кеше. 1865 й. О.Ү. 40 йортта 255 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана һәм утын саналары яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1919—20 йй. — Табын кантоны үҙәге. С.Т.Сәғитов, М.А.Халиҡов, М.Х.Халиҡов ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019