Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДУЛЛИН Марат Ибраһим улы

Просмотров: 1220

АБДУЛЛИН Марат Ибраһим улы (16.10.1948, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Шаран а.), химик. Химия ф. д‑ры (1988), проф. (1989). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1981). И.Ә.Абдуллиндың улы. БДУ‑ны тамамлаған (1971), 1974 й. алып шунда уҡ эшләй: 1986—89 йй. химия ф‑ты деканы, 1996 й. башлап техник химия каф. мөдире, 2000—11 йй. — химия-технология ф‑ты деканы. Фәнни хеҙмәттәре юғары молекуляр берләшмәләр химияһы һәм технологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, сәнәғәттең электротехника, автомобиль, төҙөлөш һ.б. тармаҡтары өсөн полимер материалдар эшләүгә арналған. А. 30‑ҙан ашыу полимер композициялы материал, ш. уҡ уларға химикат‑өҫтәмәләр эшләй, уларҙың 20‑һе “Авангард”, “Каустик”, “Уфимкабель” пр‑тиеларында етештереүгә индерелгән. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019